Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
8 Декабрь 2020, 13:55

Тәрбиәләү колонияһы бөтөрөлә

Рәсәй Юстиция министрлығы Стәрлетамаҡ тәрбиәләү колонияһын бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Әлеге учреждение үҙе штатлы режимда эшләй. Унда 14 тәрбиәләнеүсе тотола.

Тәрбиәләү колонияһы Стәрлетамаҡтан 24 километр алыҫлыҡта, Ҡуштау итәгендә урынлашҡан. Учреждение 1955 йылда лагерь бүлектәренең бер базаһында асылған булған. Бөгөнгө ваҡытта колонияла тәрбиәләнеүселәр стена ҡороу өсөн таштар, тротуар плиткалары, кәмәләр һәм катамарандар, бетондан биҙәкле ҡоймалар эшләй. Колонияның 250 урынлыҡ клубы бар, унда төрлө түңәрәктәр: тынлы ҡоралдар, бейеү, театр, баян һәм ҡурай түңәрәктәре эшләп килә икән. Артабан язаға тарттырылыусыларҙы нимә көтә – әлегә билдәһеҙ.
Р.ЗАМАНОВА.


Читайте нас