Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
9 Декабрь 2020, 11:50

Башҡортостанда урамда рөхсәтһеҙ сауҙа өсөн штраф артты

Республика Башлығы ошоға бәйле законға ҡул ҡуйҙы.

Быға тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индергәйне. Ҡанунға ярашлы, рөхсәт ителмәгән йәки сауҙа өсөн тәғәйенләнмәгән урында һатыу иткән өсөн ябай кешеләргә 500 һумдан 3 мең һумғаса штраф һалына. Юридик шәхестәр һәм вазифалы кешеләр өсөн аҡсалата шелтә 150 мең һумғаса етә. Законды ҡабатлап боҙған өсөн икеләтә штраф түләргә тура килә.
Читайте нас