“Был һалым төрөнөң әлегә алмашсыһы юҡ. Һалым һалыуҙың патент системаһы ла, ябайлаштырылған система ла бәләкәй предприятиелар һәм эшҡыуарҙар файҙаланған отошло, һығылмалы шарттарҙы тәҡдим итә алмай, Эшҡыуарҙарға ҡулай тәртипте һайлау зарурлығы тураһында хәбәр итергә, уларға ошо йәһәттән ярҙам күрһәтергә, төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып, алымдарҙы аңлатырға кәрәк буласаҡ. Ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыу ғына түгел, предприятиеларҙың күпләп ябылыуына килтерерлек хәл-шарттарға юл ҡуймау мөһим” тип белдерҙе Эшҡыуарҙарҙың эштәре буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин.