Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
12 Декабрь 2020, 11:10
Стәрлетамаҡ шихандарына арналған клип сыҡты
Өфө дизайнеры Тимур Сабитовтың Стәрлетамаҡ шихандарына арналған яңы клип премьераһы «Изгелек тауы» тип атала.
«Изгелек тауы» йырының һүҙҙәрен Тимурҙың атаһы – Ирек Сабитов яҙған. Йырҙы Тимур үҙе һәм «Голос» телепроектында ҡатнашыусы этно-музыкант Екатерина Ямщикова башҡара. Операторҙары – Рияз Исхаҡов менән Тимур Мөхәмәҙиев. Аэросъёмка менән видео өҫтөндә журналист Алексей Пивоваров, Тимур Мөхәмәҙиев һәм Евгений Романов эшләгән. Шулай уҡ клипта 1940 йылда төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмынан кадрҙар файҙаланылған.
Актёрҙарҙың береһе – билдәле Өфө хореографы Андрей Яновский. Эпизодта БашДУ-ның геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһының элекке мөдире (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы дәүләт геологик музейының фән буйынса директоры урынбаҫары), Стәрлетамаҡ шихандарының уникаллеге тураһында постар яҙып ағартыу эштәре алып барыусы Исхаҡ Фәрхетдинов төшкән. Күмәк сығыштарҙа Ҡуштау яҙмышына битараф булмаған кешеләр ҡатнаша.
Әйткәндәй, был Тимур Сабитовтың шихандарҙы яҡлап яҙған дүртенсе эше. Уның видео яҙмаларын
«Музыка шиханов»
youtube-каналында ҡарарға була.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"