Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
22 Декабрь 2020, 09:45

Яңы йыл иртәлектәре нисек үтә?

Стәрлетамаҡта Яңы йыл иртәлектәре мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә балалар өсөн 25 декабрҙә башлана. Был турала ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, ҡалалағы эпидемиологик х әлгә бәйле брифинг барышында хәбәр итте.

Ул, республика Мәғариф министрлығы һәм Роспортебнадзор тәҡдиме буйынса иртәлектәр саф һауала уҙғарыласаҡ, тип билдәләне. Балалар баҡсаларында сараларҙы балалар менән үҙ төркөмдәрендә, ситтән кеше ҡатнаштырмай, ата-әсәләрҙән башҡа ғына уҙғарырға кәңәш ителә.
Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы һәм Аксаков шыршыһы булмаясаҡ тип әйттеләр. Был байрамдарҙа ҡатнашырға тейеш булғандарҙың һәммәһе лә үҙ Яңы йыл бүләктәрен аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Яңы йыл шыршыһына Стәрлетамаҡтан 50 бала барырға тейеш ине, тип асыҡланы Йыһангир Ишбаев. Бүләктәрҙе 25 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы шыршы янында тантаналы рәүештә тапшырырға уйлайбыҙ.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев билдәләүенсә, унда ҡатнашыусы балалар һаны 30-ҙан күберәк булырға тейеш түгел. Йыһангир Йыһанша улы әйтеүенсә, бүләктәр ике этапта - 25-шәр балаға тапшырыласаҡ. Әгәр һауа торошо насарайып китһә, бүләктәрҙе Ҡала мәҙәниәт һарайы бинаһында, санитар-эпидемиолог нормаларҙы үтәп, тапшырыу варианты ла ҡарала.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас