Бойороҡҡа ярашлы, хөкүмәт һәм Башҡортостан дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаһын биләүсәләргә 31 декабрҙә ял көнө бирелә, шуға бәйле, улар 26 декабрҙә эшкә йәлеп ителә.
Республика дәүләт органдары етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға ҡарата ошоға оҡшаш ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Муниципалитеттар башлыҡтарына һәм республиканың эш биреүселәренә лә ошондай уҡ ҡарар ҡабул итергә тәҡдим ителә.
Авария һәм кисектергеһеҙ хеҙмәттәр байрам көндәрендә штатлы режимда эшләйәсәк.