Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
12 Ғинуар 2021, 07:20

Аптырата инде был хаҡтар

Нефть хаҡы артыу менән ғинуар айында Рәсәйҙә йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың ҡапыл артыуы ихтимал. Шулай уҡ бензинға хаҡтарҙың артасағын да фаразлай «Коммерсанть» гәзите.

Гәзиттә әйтелгәнсә. дәүләт ил эсендә йылылыҡ һатҡандан юғалтыуҙың бер өлөшөн компанияларға демпфер аша ҡайтарырға тейеш, ләкин фәҡәт ғинуар айында компанияларға был механизм буйынса ҡаҙнаға түләргә тура киләсәк.. Ә автобензинға хаҡтарҙың артыуы эске баҙарҙа тәҡдимдәрҙең кәмеүенә бәйле. Декабрь аҙағында бензин һатыу күләме 15 процентҡа кәмегәйне. Эксперттар билдәләүенсә, нефткә хаҡты арттырыу бары тик нефть компанияларына ғына отошло, сөнки бензин экспорты улар өсөн тағы ла отошлораҡ.

Бынан тыш, әгәр үҙе һүнә торған ҡағыҙҙы ҡуллана башлаһалар, Рәсәй халҡын тәмәкегә хаҡтар артыуы ла көтә. Сөнки ул ҡағыҙ ғәҙәттәгеһенән 5 тапҡыр ҡыйбатыраҡ. Был хаҡта тәмәке етештергән компанияларға һылтанып «РИА Новости» яҙып сыҡты.
Фото: интернеттан алынды.
Читайте нас