Республиканан барлығы 400 проект ҡатнашып, Башҡортостан Рәсәй буйынса 4 урынға лайыҡ булды.Ә субъекттар араһында Башҡортостан Һамар өлкәһенән генә ҡалышып 2 урынға сыҡты. Стәрлетамаҡ иһә еңеүселәр һаны буйынса 3-сө урында, ә Башҡортостан Республикаһында отҡан гранттар буйынса Өфөнән генә ҡалышып икенсе урын яуланы. Һөҙөмтәлә 2021 йылға президент гранттарының беренсе конкурсында Стәрлетамаҡтың коммерция ойошмаһы булмаған 4 проекты еңеүсе булды, уның дөйөм хаҡы 2 995 305 һум тәшкил итә.