Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
21 Января 2021, 14:05

ДЖО БАЙДЕН – АҠШ ПРЕЗИДЕНТЫ

Кисә 2020 йылдың ноябрь айында үткән һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса еңеү яулаған Джо Байден тантаналы рәүештә Америка президенты креслоһына ултырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инаугурация һәм президент анты биреү церемонияһы Вашингтонда Капитолий алдында үтте, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары агентлыҡтары. Джо Байден – Америка Ҡушма Штаттарының 46-сы президенты.
Аҡ йорттоң матбуғат секретары Джен Псаки хәбәр итеүенсә, яңы һайланған Джо Байдендың эш планында әлегә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән телефондан һөйләшеү ҡараламаған. Йома көнө ул Канада премьер-министры Джастин Трюдо менән бәйләнешкә сығырға ниәтләй икән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы
Читайте нас