Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды. 2020 – Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә республика муниципалитеттарында 180 саҡрым тротуар һалынған, 330 мең квадрат метр газон булдырылған, 8 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Стәрлетамаҡ районы иң юғары баһаға лайыҡбулды һәм Зауыҡлы биләмәләр йылы сараларын тормошҡа ашырыу буйынса рейтингта 1-се урын яуланы. Шулай уҡ Стәрлебаш районы – 2-се урын, Мәләүез районы – 3-сө урын алды. Ә ҡалалар араһында Нефтекама – 1-се, Сибай – 2-се, Өфө – 3-сө урында. Еңеүсе биләмә һәм ҡалаларҙың барыһына ла афарин тиергә генә ҡала. Еңеүселәр араһында ҡалабыҙҙың юҡлығы бер аҙ кәйефте ҡыра…