Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
22 Ғинуар 2021, 09:35

Рәхим итегеҙ... айнытҡысҡа!

Рәсәйҙә айнытҡыстар системаһын тергеҙергә хәл ителде. Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон ҡабул итте. Урындағы властарҙың “йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү” вәкәләте барлыҡҡа килә, шул иҫәптән төбәктәргә махсус учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойошторорға кәрәк буласаҡ.

Законға ярашлы, ил төбәктәре һәм муниципалитеттарҙа ла медицина айнытҡыстарын булдырыу буйынсы вәкәләттәр ҡаралған, тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын илебеҙҙә алкоголдән эшкә яраҡлы 50 мең кеше харап була, шуларҙың 8-10 меңе туңып үлә. Эскән кешенең күбеһе енәйәтселәрҙең ҡорбанына әйләнә. Ә айнытҡыстар алпан-толпан атлаған иҫерек кешегә ярҙам итәсәк.

Әйткәндәй, айнытҡыстар дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр нигеҙендә булдырыла. Ошоға бәйле Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм Эске эштәр министрлыҡтары ошондай учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләрен әҙерләргә тейеш. Был проект һөҙөмтәһендә йәмәғәтселек урындарында тәртип боҙоусылар ҙа кәмер, иҫеректәр һәм уларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр ҙә аҙайыр тип көтөлә.

Фото: интернеттан алынды.

Читайте нас