Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
28 Ғинуар 2021, 11:50

Граждандарҙы ҡабул итеү тергеҙелә

1 февралдән ҡала хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү буйынса бүлеге белгестәре Стәрлетамаҡтан алыҫ биҫтәләрҙәге граждандарҙы (“Ашҡаҙар”, “Первомайский”, “Төньяҡ” (Строймаш ҡасабаһы), “Краснознаменский” (Шахтау ҡасабаһы) ҡабул итеү эшен яңырта.

Граждандарҙы түбәндәге график буйынса ҡабул итәсәктәр:
– “Ашҡаҙар” биҫтәһе – һәр шишәмбе 16-сы мәктәп бинаһында биләмәләр менән эшләү буйынса бүлек бүлмәһендә (Ю. Фучик урамы, 1);
– “Первомайский” биҫтәһе – һәр шәмбе 19-сы мәктәп бинаһында (Яугир-интернационалистар урамы, 29);
– “Төньяҡ” биҫтәһе – һәр кесаҙна 8-се мәктәп бинаһында (Макаренко урамы, 1а);
– “Краснознаменский” биҫтәһе – һәр йома биләмәләр менән эшләү буйынса бүлек бүлмәһендә (К. Либкнехт урамы, 14).
Граждандарҙы ҡабул итеү ваҡыты сәғәт 14.30-ҙан 17.00-гә тиклем.
Киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге.
Читайте нас