Йортто ҡарағанда комиссия фатирҙарға инеп сыҡты, Владимир Иванович унда йәшәүселәр менән аралашты. Дөйөм йорт иҫәп приборы төҙөк эшләй, әммә һауа температураһын үлсәү беренсе ҡатта 23 градус, ә иң өҫкө ҡатта 18 градус булыуын күрһәтте. Әлеге мәлдә был ике аралағы (уртаса) мәғлүмәт, артабан йорт буйынса йылылыҡ энергияһын ҡулланыу ведомостәре өйрәнеләсәк.