Яңыраҡ мессенджерҙарҙа Белгород өлкәһенең «Бәшмәкле бауыр паштеты» һәм «Гран-Мэр» ЯСЙ (2021 йылдың 4 ғинуарында) етештергән паштеттарҙа Африка чумаһы вирусы геномы табылыуы тураһында хәбәр таралғайны. Продукция Өфөнөң Гвардия һәм Баҡалы урамдарындағы «Агротор» ЯСЙ-нә килтерелеп, «Пятерочка» һәм «Монетка» сауҙа селтәрҙәренә һатыуға оҙатылған булған.
Был турала мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығында раҫлағандар. Малсылыҡ ведомствоһы продукттары менән тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Илшат Нурғәлиев «Башинформ»ға һөйләүенсә, продукттарҙы таратмау буйынса тейешле саралар ҡабул ителгән.
«Белгород өлкәһенән килтерелгән «Гран-Мэр» ЯСЙ продукцияһында ысынлап та Африка тағуны вирусы геномы барлығы асыҡланды. Продукция һатыуҙан,ҡулланылыштан алынды һәм юҡ ителеү өсөн ебәрелде», - тип аңлатты Илшат Нурғәлиев.
«Башинформ» агентлығы тейешле запросты БР министрлығына ебәргән.
«БР ветеринария идаралығынан БР Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығы адресына рәсми хат ебәрелгәндән һуң, республика Сауҙа министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Пятерочка» һәм «Монетка» сауҙа селтәрҙәре адресына күрһәтелгән продукцияны һатыуҙан алып ташлау һәм тейешле саралар уҙғарыу мәсьәләһен ҡарау тураһында мәғлүмәт белдереүҙәре ебәрҙе», - тип яуап бирҙеләр агентлыҡҡа министрлыҡтан.