Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
2 Февраль 2021, 12:30

"Салауат" кинотеатры ремонтҡа ябыла

Стәрлетамаҡта "Салауат" кинотеатры менән менән Ҡала мәҙәниәт һарайының ҙур залы ремонтҡа ябыла, йәғни ҡайтанан яңыртыласаҡ, тип белдерә ҡаланың Cityopen.ru. интернет-порталы.

"Салауат" кинотеатры 1 февралдән эшләмәй. Ремонт 1 сентябргә тиклем барыр тип күҙаллана, бәлки алданыраҡ та тамамланыр.
Ҡала мәҙәниәт һарайының ҙур залы реконструкцияланыуға март айында ябыласаҡ. Унда ремонт эштәре алдан белдереүҙәренсә, майға тиклем барырға тейеш.
Р.ЗАМАНОВА.


Читайте нас