Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
9 Февраль 2021, 08:25

Алдағы аҙнала алты көн эшләйәсәкбеҙ

Быйыл 15 февралдән 20-нә тиклем берҙән-бер алты көнлөк эш аҙнаһы буласаҡ.

Был шәмбеләге ял көнөн 20 февралдән дүшәмбегә 22 февралгә күсереү менән бәйле. Әйткәндәй, 20 февралдә эш көнө ҡыҫҡартылмай, тип билдәләнеләр БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Алты көнлөк эш аҙнаһынан һуң артабанғы эш аҙнаһы, 23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле, ҡыҫҡа буласаҡ.
Байрам эш аҙнаһын өс көнгә тиклем ҡыҫҡарта (24 февралдән 26-на тиклем). Йәкшәмбенән - 21 февралдән шишәмбегә - 23 февралгә тиклем ял итәбеҙ.
Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы (РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы) йыл һайын бирелә торған төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көнө 23 февраль отпускының календарь көндәренә инмәй.
Читайте нас