Республикала барыһынан бигерәк ҡыяр 6,4 процентҡа, башлы һуған 4,6 процентҡа ҡыйбатланды. Әйтәйек, ҡыярҙың бер килоһы хәҙер беҙҙә уртаса 163 һум, һуғандыҡы - 25 һум тора.
Шулай уҡ ҡаҡланған, бешерелгән колбаса, аҡ күсәнле кәбеҫтә, тары ярмаһы бер аҙна эсендә 2,5 процентҡа ҡыйбатланған.
Хатта кишер, помидор, ҡарабойҙай ярмаһы, тауыҡ, туңдырылған балыҡ, ҡаптарҙағы һөт, һыйыр майы, эремсек, дөгө, картуф, кәнфит, ит консерваларына тиклем 1,6 процентҡа артҡан.
Ә бына сосиска менән сарделька аҙна эсендә 2 процентҡа арзанайған, уртаса хаҡы килограмы 339 һумға ҡалған. Шәкәрҙең хаҡы 1 процентҡа төшкән – уның килоһын 45 һумға алырға була.
Һыйыр ите, тоҙ, печенье, сусҡа ите, һарыҡ ите, көнбағыш майы, он, сыр, алма кеүек ризыҡтар 1 процентҡа арзанайған. Башстат күрһәткестәренә ҡарағанда, аҙна эсендә Башҡортостанда икмәк менән ҡаймаҡтың хаҡы ғына элеккесә ҡалған.