Ул - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы. Башҡортостандың Тәтешле районынан сыҡҡан яҡташыбыҙ Казан дәүләт мәҙәниәт институтының профессоры ла икән әле. Яңы ғына тәғәйенләнгән вазифаһын ул йәмәғәтселек башланғысында башҡарасаҡ. Беҙҙе уны юғары вазифаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ һәм булдыҡлы яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.