Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
16 Март 2021, 07:05

Вейп шартлап тештәрен ҡойған

Екатеринбург гимназияларының береһендә уҡыусы үҫмерҙең авыуыҙында вейп шартлай һәм тештәрен ҡоя, был хаҡта тиҙ-арала ҡаланың мәғариф бүлегенә хәбәр итәләр.

Унда был ваҡиғанан баш тартмайҙар, ләкин был хәл гимназия территорияһында булмаған, ә дәрестәр тамамланғандан һуң булған тип аҡланалар. Ә Екатеринбург ҡалаһының Эске эштәр министрлығы идараһында полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусыһы йәрәхәтләнеүе тураһында баҫылған хәбәр буйынса тикшереү алып бара. Тикшереү һөҙөмтәһендә ваҡыйға асыҡланасаҡ һәм тейешлә ҡарар ҡабул ителәсәк тип вағәҙә итәләр унда. Ғәҙәттә мәктәптәрҙә булған бындай осраҡтарҙы мәғариф бүлеге Екатеринбургта ғына түгел, һәр ҡалала ла йәшереп ҡалырға тырыша, сөнки белем усаҡтарында килеп сыҡҡан йәмһеҙ күренештәр өсөн кемдер яуап бирергә тейеш буласаҡ бит. Ә дәрестәрҙән һуң булған ваҡиғаларҙы ата-әсәләргә япһарһаң да була. Шулай түгелме ни?!
Фото: интернеттан алынды.
Читайте нас