Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
22 Март 2021, 18:23

Мәктәпкә йөрөр өсөн электр велосипед йыйған

11 класс уҡыусыһы Артур Хәзиевҡа уҡырға бырып етер өсөн 40 минут йәйәү атларға тура килгән. Егет юлға киткән ваҡытты ҡыҫҡартырға теләй һәм үҙенә электр транспорт ҡороп ала.

Магазиндан һатып алып булмаған велосипедты эшләү өсөн Артур интернетҡа мөрәжәғәт итә һәм кәрәкле өлөштәр һатып алып велосипедты яңыса ҡора. Уҡыусы ҡулы менән йыйылған транспорт һынауҙарҙы уңышлы үтә, киткән сығымдар ҙа кеҫәгә һуҡмай икән.
Артур әйтеүенсә, электр велосипед сәғәтенә 40-45 километр самаһы тиҙлек йыя ала. Уға заряд туплау өсөн йылы көндәрҙә 5 ай эсендә ни бары 100 һумлыҡ электр сарыф ителгән. Велосипедты йыйыу ваҡытында йәш һөнәрсе ғилми-ғәмәли эш тә яҙған булған. Ул Өфө дәүләт нефть техник университеты уҙғарған халыҡ-ара конференцияла иң яҡшыһы, тип табылған.
Рәсәйҙә 2021 йыл Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгән ине. Артур кеүек беҙ ҙә ҡыйынлыҡтарҙы яңы технологиялар һәм фән ярҙамында еңеп сығырға ҡалыплашайыҡ.

Читайте нас