Көньяҡ йүнәлеш республиканың 1,7 миллионға яҡын халҡын солғап аласаҡ, тип билдәләне «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Антон Гармаш.
Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йүнәлеште ике вагонлы РА-З «Орлан» рельслы автобусы хеҙмәтләндерәсәк. Башта маршрутты 2021 йылдың майына асырға тип билдәләнгәйне, әммә автобус билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ йөрөй башлаясаҡ.
«Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы» һәм Куйбышев тимер юлы поездар йөрөүҙең уңайлыраҡ графигын әҙерләгән. Юл йөрөү ваҡыты хәҙер ике тапҡырға тиерлек - 3 сәғәт 50 минутҡа тиклем ҡыҫҡартылды. Перспективала был ваҡытты йәнә ярты сәғәткә ҡыҫҡартыу планлаштырыла.