Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
25 Март 2021, 06:20

Икмәккә хаҡ артасаҡ…

Башҡортостанда икмәккә хаҡты арттырмаҡсылар.

Бөтәһенә лә түгел, әлбиттә. Хаҡтарҙы арттырыу тураһында он изделияларын етештереүсе «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» белдерҙе. Компания вәкилдәре асыҡлауынса, 2020 йылдың йәйенән алып икмәк етештереүҙә ҡулланылған тауарҙарға хаҡ артҡан. Айырып әйткәндә, он – 7%. шәкәр – 50%, йомортҡа – 49%, маргарин – 23%, көнбағыш майы 66 процент тәшкил иткән. Ошоға бәйле беҙҙә икмәк 13 процентҡа күтәреләсәк тип фараз ителә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас