Башҡортостан – Рәсәйҙә 1301 берҙәм номеры яҡшы эшләгән берҙән-бер төбәк. Ҡағиҙә булараҡ, көтөү ваҡыты бер минуттан да артмай, шылтыратыуҙар ҡыҫҡа номерға тарификацияланмай. Табипҡа яҙылыу, өйгә табип саҡырыу һәм вакцинация мәсьәләләре буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта республикала йәшәүселәр белгестәргә яҙылыуҙың башҡа төрлө ысулдары ла бар – регистратура, туранан-тура ҡабул ителеү, инфокиоскылар, телефон йәки интернет аша. Шуның менән, граждандарҙың күпселеге хәҙер регистратура хеҙмәтенә ҡарағанда интернет-ресурстар аша ысулдарға өҫтөнлөк бирә.