«Март февралгә ҡарағанда йылыраҡ булды. «Факт буйынса» түләгән саҡта тыштағы температура – йылылыҡ өсөн иҫәпләүҙәр дәүмәленә йоғонто яһаған төп фактор. Шул уҡ ваҡытта быйыл ҡыш һәм яҙҙың тәүге айы уҙған йылға ҡарағанда һыуығыраҡ булды», — тип белдерҙеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә.