Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
3 Апрель 2021, 04:00

Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән башлана

Ил Президенты В.В.Путин 2021йылдың апрель – июль айҙарына хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Призыв пункттарында бөтөн Рәсәй буйынса 134 650 кешене көтәләр. Башҡортостандан быйыл яҙ биш меңдән ашыу егет армияға алынасаҡ. Өфөнән хәрби хеҙмәткә 800 кеше оҙатыласаҡ. Стәрлетамаҡ хәрби комиссариатында ла хәрби хеҙмәткә саҡырыу эштәре әүҙем бара.#Путин

Коронавирусҡа бәйле яҙғы саҡырылыш күсерелмәй.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың барыһын да хеҙмәт урынына оҙатырҙан алда коронавирусҡа тикшерәсәктәр, хәрби часҡа килгәндән һуң улар ике аҙналыҡ карантин үтәсәк.
Армия сафына 18 йәштән алып 27 йәшкә тиклемге егеттәр алына. Хеҙмәт итеү ваҡыты 12 ай. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр 17400 һумдан алып 60000 һумға тиклем эш хаҡы түләнә.Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш ваҡыты 1 апрелдән 15 июгә тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты республика буйынса иң ҙуры, сөнки Өфөләге хәрби комиссариаттар биш пунктҡа бүленгән, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса берәү генә.
Стәрлетамаҡ ҡала һәм район хәрби комиссариаты егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Былтыр көҙгө саҡырылышта ғына 620 һалдат армия сафына алынған. Стәрлетамаҡтан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең дә һаны етерлек. Улар илдең төрлө тарафтарында хеҙмәт итә – Силәбе, Сыбаркүл, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Абхазия, Краснодар һ.б.
Шулай уҡ, егеттәр хәрби уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтәелә, хәрби водителдәр әҙерләйҙәр, уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Шайморатов урамында урынлашҡан ДОСААФ бүлексәһе уҡыта. Алдағы йылдарҙа парашютсылар, водитель-электриктар әҙерләү планлаштырыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты йыл һайын тиерлек республика буйынса иң яҡшы мобилизация үҙгәртеп ҡороу буйынса конкурстарҙа беренсе, икенсе урындар ғына яулай. Ул Башҡортостан Республикаһының бөтә район, ҡалалары араһында хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса 2-се урынға лайыҡ булды.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас