Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
8 Апрель 2021, 06:15

Башлыҡтар ҙа алмашынып тора

Кисә Президент Владимир Путин үҙенең Указы менән Тыва Республикаһы Башлығы Шолбан Валерьевич Кара-Ооланы отставкаға ебәрҙе. Был хаҡта Кремелдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Шолбан Валерьевич Кара-Оолы вазифанан китеү тураһында ғаризаны үҙе яҙған. Сәбәбе билдәһеҙ.
Икенсе Указға ярашлы, төбәкте ваҡытлыса етәкләү Ховалыг Владислав Товарищтайовичҡа йөкмәтелгән. Республика Башлығын һайлау 19 сентябргә билдәләнгән.
Ховалыг Владислав 2007 – 2008 йылдарҙа республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡара, 2018 йылға тиклем Ҡыҙыл ҡалаһы хакимиәте башлығы була. Артабан «Тываэнергосбыт» компанияһын етәкләй.
Читайте нас