Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
13 Апрель 2021, 05:00

БАШҠОРТОСТАНДА ӨФӨ - КҮМЕРТАУ ПОЕЗЫ ЙӨРӨЙ БАШЛАНЫ

Өфөнән Күмертауға тиклем 240 саҡрым. Машинала - өс, автобуста биш сәғәт барырға; «Орлан» Стәрлетамаҡҡа - ике, ә Күмертауға 3,5 сәғәттә барып етә, бөтөнләй хәүефһеҙ;

- поезда уңайлы вагондар, йомшаҡ ултырғыстар, ҙур тәҙрәләр, һауаны таҙартыусы кондиционерҙар, видеокүҙәтеү системаһы, янғын һәм һаҡ сигнализацияһы;

- билеттарҙы ҡала яны, алыҫ араға йөрөгән поездарҙың кассаларында, шулай уҡ «Пригород» ҡушымтаһы аша онлайн һатып алырға мөмкин.

Билет алғанда һәм юлда паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ кәрәк.

- юл хаҡы – 576 һум 40 тин. Уҡыусыларға, студенттарға (1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем), хеҙмәт ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә, тыл эшсәндәренә, пенсионерҙарға (1 апрелдән 31 октябргәсә) 50% ташлама бар.

Айнур Акилов.

Читайте нас