Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
21 Апрель 2021, 13:50

Хәҙер билетты терминалдан да алырға була

Башҡортостанда «Башавтотранс» автовокзалдарында үҙ үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдарын ҡуя башланылар, йәғни хәҙер ҡулаҡсаһыҙ ысул менән бөтә йүнәлештәргә лә билет алырға була. БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, терминал Стәрлетамаҡ автовокзалына ҡуйылған да инде.

Республикала һәм унан ситтә теләгән бер йүнәлештә ҡала яны, төбәк-ара һәм ҡала тирәһе бәйләнеш маршруттарына билет алғанда хәҙер һәр пассажир үҙе һайлай ала – кассанан алырғамы әллә терминалданмы. Терминалда билет алыр өсөн «йүнәлеш/маршрут» пунктын һайларға кәрәк, шунан автобус ҡуҙғалыу ваҡытын һәм пассажирҙар һанын асыҡларға кәрәк. Шунан һуң теләһә ҡайһы банк картаһы менән билет хаҡын түләргә һәм билетты чек йәки электрон форматта алырға ҡала.
Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалы билет алыу ваҡытын ҡыҫҡарта. Терминал менән ҡулланғанда кәрәк булһа, автовокзалдың вәкәләтле хеҙмәткәре ярҙамға килә.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас