Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
21 Апрель 2021, 11:55

«Синтез-Каучук»та янғын сыҡҡан

Бөгөн (21 апрель) иртән Стәрлетамаҡта «Синтез-Каучук» предприятиеһының сәнәғәт майҙанында (Техник урамы, 14 в) янғын сыҡты, был турала республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Завод яна башлау тураһында сигнал урындағы ваҡыт менән 10:55 сәғәттә килгән, ут сыҡҡан урынға ашығыс хеҙмәттәр сыҡҡан, янып киткән урында ялҡын тиҙ арала таралыуҙан туҡтатылған. Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.

«ТАУ НефтеХим» ЯСЙ (Стәрлетамаҡ заводы идарасы компанияһы) (РБК Өфө) матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, металл конструкцияларҙы ремонтлағанда градирняла (иретеү ҡоролмаһында) пластик дымлағыс янып киткән.

«Килеп тыуған хәлдең сәбәбе асыҡлана. Сәнәғәт санитарияһы лабораторияһы тарафынан ПДК нормаларының артып китеүе асыҡланмаған, ҡаланың экологик хәленә хәүеф янамай. "Синтез-Каучук" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге бөтә технологик ҡоролмалар ҙа штатлы режимда эшләй», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр компанияла.

«Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәте төрлө резина техник, медицина һәм аҙыҡ изделиеларыэшләп сығарыу өсөн файҙаланылыусы дөйөм һәм махсус тәғәйенләнештәге юғары сифатлы изопрен каучук етештереүҙә специалләштерелә. Предприятие 2011 йылдан «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бергә «ТАУ НефтеХим» идарасы компанияһы» ЯСЙ идаралығында тора.

Р.ЗАМАНОВА
Читайте нас