Республиканың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия- интернаты был проекттарҙың әйҙәүсеһе һәм ойоштороусыһы булып тора. Шуға ла сит төбәктәрҙә туған тел кабинеттарын асыу тантаналарында интернат- гимназия етәкселәре лә, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнаша. Улар был юлы ла урында башҡорт бейеүҙәре, ҡурай, шәжәрә төҙөү буйынса мастер- кластар ойошторҙо.
Башҡортостан яғынан яңы асылған башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыу ярҙамы күрһәтелә. Йәкшәмбе мәктәптәренә стендттар, уҡыу әсбаптәре, балалар менән дәрес алып барыуға ноутбук тапшырылды. Был турала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат- гимназияһы директоры Илнур Сәлихов һөйләне.
- Билдәле булыуынса, ошо проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. “Башҡорт теле- башҡорт иле” проектына ярашлы милләттәштәребеҙ йәшәгән байтаҡ төбәктәрҙә әсә телен өйрәнеү кабинеттары, йәкшәмбе мәктәптәре асылды, уны йыһазландырыуға ярҙам күрһәтелде.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.