Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
11 Май 2021, 13:15

Ике бала утҡа бешкән

Күгәрсен районында ике бала тән бешеүе менән дауаханаға эләккән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 йәшлек үҫмер менән биш йәшлек бала мунсала мейес яҡҡан. Бының өсөн улар яна торған махсус шыйыҡсанан файҙаланған.

Уларҙы тән бешеүе менән Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһына килтергәндәр. 15 йәшлек малайҙың тәне 4 процентҡа бешкән, уны хирургия бүлексәһенә һалғандар. Бәләкәй малайға нығыраҡ эләккән, уның тәне 35 процентҡа бешкән, бала реанимация бүлексәһендә. Хәле уртаса ауырлыҡта.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, балалар был шыйыҡса һәм ут менән шаярған. Урынға янғын һүндереүселәр саҡырылмаған.
Күренеүенсә, балалар бәхәтле осраҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалған һәм ҙур янғын сыҡмаған. Балалар менән янғын хәүефһеҙлеге тураһында даими рәүештә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.
Фото: chr.mk.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас