«Торатау» конгресс-холында — күтәренке мөхит. Тотош республиканан мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килгән. Көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған.
Ҡунаҡтар тематик күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡты. «АРТ- Ҡоролтай»ға республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларҙың – Башҡорт опера һәм балет театрының, Рус драма театрының, Әмир Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһының махсус күргәҙмәләре әҙерләнгән. Киностудияның эше менән таныштырыу өсөн өлкәндәрҙән тыш, «Өс таған» фильмының йәш актёрҙары ла килгән. Стендтарҙа – «Культура» милли проекты программаларын бойомға ашырыу, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары тураһында мәғлүмәт, театрҙар спектаклдәрҙән костюмдар күргәҙмәһе ойошторған. Форумда ҡатнашыусылар «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы күргәҙмәһе менән дә танышты.
Иртәнге 8-ҙән «Тамыр» балалар телеканалы секцияһы эшләй, унда 1 июндәге балалар «АРТ- Ҡоролтай»ына әҙерлек бара.
Форум барышында халыҡ ижады үҙәктәре менән тәүге килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре булған төбәктәр менән ошондай килешеүҙәр төҙөлә. Был хаҡта Ләйлә Аралбаева яҙып сыҡты.