Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
14 Май 2021, 05:03

Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлөрмө?

Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе Максим Зайцев Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартырға кәрәклеген хәбәр итте. URA.RU мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ул "система үҙен аҡламаны" тип белдерҙе.

"Быйыл булмаһа ла, киләсәктә ул юҡҡа сығарылыр тип ышанам. Традицион форматҡа кире ҡайтасаҡбыҙ. Был юғары уҡыу йорттарын да ҡыҙыҡһындыра", – тине ул һәм әлеге системанан баш тартыу өсөн күпмелер ваҡыт кәрәклеген билдәләне.
Комитетта был һорау йыш күтәрелә икән. Уҡыусы башланғыс кластан БДИ тураһында уйланып, предметтарҙы тәрән өйрәнеү урынына имтиханда нисек итеп юғары балл йыйырға тип баш вата башлай. Белем артҡы планға күсә.
Ҡыш көнө Дәүләт Думаһында туғыҙынсы кластан һуң мотлаҡ булған Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһынан да баш тартыу хаҡында закон проекты әҙерләнеүен белдергәйнеләр. Әгәр уны ҡабул итһәләр, был имтиханды кем колледж йә техникумға уҡырға китергә йыйына, шул ғына бирәсәк тип күҙаллайҙар.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас