Стәрлетамаҡ полицейскийҙары ҡала халҡын ялған аҡса барлыҡҡа килеүе һәм яһалма купюраларҙың ҡулланылышта булыуы тураһында иҫкәртә.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәреяһалма аҡса банкноттарын асыҡлау өсөн бөтә тейешенсә саралар уҙғара.
Полиция, ялған аҡса һуғыуға бәйле енәйәт ҡылыуҙар ауыр язаға тарттырыла һәм енәйәт ҡылыусы 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә, тип иҫкәртә. "Шуға күрә, әгәр ҙә ҡулығыҙға ялған аҡса килеп эләккән тип шикләнһәгеҙ, уны ҡулланылышҡа ебәрергә тырышмағыҙ, ә банкноттарҙың төп нөсхә детекторы аша банкноттың дөрөҫлөгөн тикшертегеҙ йәки купюраның дөрөҫлөгөн үҙегеҙ тикшереп ҡарағыҙ.
расплатиться или расплатились фальшивыми әгәр ҙә һеҙгә ялған аҡса менән түләргә маташһалар, кисекмәҫтән 02 йәки 102 (мобиль телефондар өсөн) һандарын йыйып полицияға хәбәр итегеҙ", - тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығынан.
Полиция ҡулаҡса менән эшләүсе граждандарға, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә купюраларҙы иғтибар менән тикшерергә, һәм шулай уҡ махсус ҡорамалдар ҡулланырға тәҡдим итә.