Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
20 Май 2021, 10:15

Ата-әсәләр иғтибарына! Иртәлектәргә һәм һуңғы ҡыңғырауҙарға йөрөү тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүеф янауға бәйле, юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.Шуға ярашлы, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр мотлаҡ үтәлергә тейеш.

Ата-әсәләр балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә барғанда үҙе менән паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын йөрөтөргә тейеш.
Ябыҡ бинала уҙғарылған сараларҙа ата-әсәләрҙә шулай уҡ түбәндәге документтар булырға тейеш:
– Берҙәм дәүләт порталы һәм муниципаль хеҙмәттәрҙән файҙаланылған электрон йәки баҫма рәүештәге COVID-2019-ға ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
– коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу тураһында медицина ойошмаһы справкаһы, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компоненты ғына булһа ла ярай;
– иртәлек, һуңғы ҡыңғырауға тиклем бер ай элек бирелгән COVID-2019-ға ике берәмектән ашыу антиесемдәр титры барлығы тураһында медицина справкаһы;
– COVID-2019-ға ҡаршы вакцинация яһатырға ярамағанлығы тураһында медицина справкаһы;
– йылдың 20 майынан башлап ПЦР ысулы менән 2021 коронавирусҡа алынған лаборатор тикшереүҙең электрон йәки баҫма рәүештәге кире һөҙөмтәһе;
– йоғошло ауырыуҙар менән бәйләнештә булмау тураһында 2021 йылдың 20 майынан башлап бирелгән медицина справкаһы.
Ата-әсәләр менән асыҡ һауала иртәлектәр һәм һуңғы ҡыңғырауҙарҙы битлек кейеп һәм социаль дистанция үтәп уҙғарырға ярай.
Ябыҡ бинала уҙғарылған иртәлектәргә һәм һуңғы ҡыңғырауҙарға санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәгәндә (ингәндә термометрия үтеү, битлек кейеү, социаль дистанция тотоу, һауаны зарарһыҙландырыу һ.б.), ойошма етәксеһе ҡарары буйынса ата-әсәләр тейешле медицина справкаһын күрһәтмәйенсә лә инә ала.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы һәм муниципалитеттар хакимиәттәре иртәлектәр һәм һуңғы ҡыңғырауҙар уҙғарғанда указ менән билдәләнелгән ҡағиҙәләр үтәлешен ныҡлы контролдә тоторға тейеш.
БР Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас