Республикала 30 майҙа 680 һайлау участкаһы эшләне. Улар киске һигеҙгә тиклем асыҡ булды. 18 сәғәткә тиклем 431 966 кеше, йәғни һайлаусыларҙың дөйөм һанының 14,25 проценты тауыш бирҙе.
Кандидаттар араһында – төрлө кимәлдәге депутаттар, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, табиптар. Тәү тапҡыр сәйәсәттә үҙ көстәрен волонтерҙар һынап ҡарай.
Тәүге йомғаҡтар бөгөн, 31 майҙа, билдәле буласаҡ, ә “Берҙәм Рәсәй”ҙән алдағы һайлауҙарға күрһәтеләсәк кандидаттарҙың исемдәрен партияның 19 июндәге съезында раҫлаясаҡтар.
Илебеҙҙә “Берҙәм Рәсәй” – кандидаттары алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлап алынған берҙән-бер партия.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте фотоһы.
Сығанаҡ "Башҡортостан ҡыҙы"журналы