Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Хоҙайбирҙин урамынан алып Михайловка биҫтәһендәге йәйәү йөрөй торған күпергә тиклем 3 гектар ер участкаһы төҙөкләндереләсәк. Эштәр 31 октябргә тиклем тамамланырға тейеш.
«СПАРК-Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, «Арцах» ЯСЙ 2010 йылдың майында теркәлгән. Компания төҙөлөш майҙансыҡтары әҙерләү менән шөғөлләнә.
Уның берҙән-бер хужаһы - Геворг Григорян. Коммерсант.Уфа мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020 йылда компания 118,33 млн һумға һигеҙ дәүләт килешеүе төҙөгән.