Ошоға бәйле электр энергияһына тариф быйыл 1 июлдән 5%-ҡа арта, газ 3%-ҡа ҡиммәтләнә, башҡа коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ шулай уҡ уртаса 3%-ҡа арта. Шулай итеп, барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләм үҙгәреше 5,8 %-тан артмай.Аҡсалата газға уртаса хаҡ – 1 кубометрға 7,64 һум, электр энергияһының киловатт-сәғәте – 3,5 һум, һыу менән тәьмин итеүге һәм канализацияға – 1 кубометрға 27,5 һум, йылылыҡ гигакалорийға 2148,26 һум тәшкил итәсәк. Эш хаҡтарын, пенсияларҙы арттырмаһалар ҙа тарифты арттырырға онотмай хөкүмәт.