Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
17 Июнь 2021, 12:05

Сайра консерваһын алып сельд ашағылар килмәй

«Доброфлот» эре диңгеҙ буйы компанияһы сайра урынына сельд балығы һалып етештереүселәрҙе ғәйепләп, «Роспотребнадзор»ға мөрәжәғәт итеүе хаҡында белдерҙе.

Компания төп сәнәғәт етештереүсеһе булараҡ, сайраны үҙаллы таба.. «Беҙҙән башҡа был балыҡты бер кем дә тотмай, таможня статистикаһына ҡарағанда ла сайраны Рәсәйгә килтереүселәр юҡ. Сеймал булмауға ҡарамаҫтан, кәштәләр сайра менән тулған, анализ алып консервала сайра балығы булмауын дәлилләйбеҙ, ти компанияның менеджеры Александр Ефремов. Шулай сайра урынына осһоҙ сельд тултырылған продукция кибет кәштәләренең 54 процентын тәшкил итә икән. Һандарға күсергәндә, был айына 1,4 миллион консерва банкаһы тиергә була. Шуға күрә һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернеттан алынды.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас