Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
18 Июнь 2021, 06:40

БӘХИЛ БУЛ, ҠӘЛӘМДӘШ!

12 июндә оҙаҡ сирләгәндән һуң Ауырғазы районында йәшәп ижад иткән ҡәләмдәшебеҙ Александр Сергеевич Савельев-САС арабыҙҙан китте.

Ул 1932 йылдың 26 сентябрендә Юламан ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын йәшләй генә колхозда көтөүсе булып башлай. 1968 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын ситтән тороп тамамлай. 1957-1971 йылдарҙа «Ватан юлы» (Путь Родины) гәзитендә тәржемәсе, хәбәрсе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем Юламан мәктәбендә сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Журналист булып эшләгән ваҡытынан алып әҙәби ижад менән төплө шөғөлләнә.Чебоксар ҡалаһындағы сыуаш китап нәшриәтендә уның 20-нән ашыу проза һәм шиғриәт китаптары нәшер ителгән. Ул Сыуашстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы союзы ағзаһы ине. Китаптары башҡорт, татар, рус телдәренә тәржемә ителгән. Ул Ауырғазы районының Ғ.Ибраһимов, Бәләбәйҙең Ф.Кәрим, Сыуаш Республикаһының М.Трубина премиялары лауреаты булды. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Сыуаш халҡының ғорурлығы булған Александр Савельев-САС хаҡындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас