Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
24 Июнь 2021, 11:50

Тоҡлап-тоҡлап сүп йыймайҙар

Ҡалала шәхси йорттар урынлашҡан биләмәләрҙә контейнерлы майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Хәҙер шәхси йортта йәшәүселәр сүп-сарҙы яңы евроконтейнерҙарға йыясаҡ. Тоҡтарға йыйыуҙан баш тарталар.

Контейнерлы майҙансыҡтарҙы махсус ойошмалар хеҙмәтләндерәсәк. Улар контейнер тирәһен генә түгел, подъезд алдарын да ҡарҙан таҙартасаҡ, ғөмүмән, таҙа тотасаҡ, дезинфекция, дезинсекция үткәреү менән шөғөлләнәсәк. Шуныһы ла иғтибарҙы йәлеп итә: контейнерҙарға бары тик ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ғына һалырға рөхсәт ителә. Төҙөлөш сүп-сарын, үҫемлек һәм ағас ҡалдыҡтарын һалыу тыйыла.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас