Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 21 июндә булған янғында ике шәхси йорт янып бөтә. Янғындан һуң күмергә әйләнгән нәмәләрҙе аҡтарғанда бер бите лә янмаған Ҡөрьән китәбы килеп сыға. Мосолмандарҙың изге китабы утта ла янмаған, уны янғынды һүндергәндә ҡулланған һыу ҙа еүешләй алмаған. Ысынлап та, ғәжәп хәл бит был!