Төҙөүсе инновацион технологияны ҡулланған. Төҙөгән йорттоң бөтә компоненттарын алдан Broad Group компанияһының заводыда әҙерләгәндәр һәм йөк машиналарында төҙөлөш барған майҙансыҡҡа килтергәндәр. Эшселәр өс кран ярҙамында йортто конструктор йыйған һымаҡ төҙөгән дә ҡуйған. Әҙер модулдарҙы болттар ярҙамында нығытҡандар ҙа, аҙаҡ электр менән һыу үткәргәндәр. Компанияла йорттарҙы автомобилде йыйған һымаҡ әҙерләргә була, бының өсөн деталдәрҙе алдан әҙерләргә генә кәрәк, тиҙәр. Ошо юл менән хатта 200 ҡатлы йортто ла йыйырға була, тип раҫлай улар. Өҫтәүенә тутыҡмай торған ҡоростан төҙөлгән бындай йорттар меңәр йыл йәшәйәсәк икән.