Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
9 Июль 2021, 10:20

Радий Хаәбиров юғары әҙерлек тураһынғы указға үҙгәрештәр индерҙе

Республиканың эшлекле төркөм вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш профилендәге объекттарға йөрөгәндә антиковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләүҙәр индереү ваҡытын һуңғараҡҡа күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итте.Төбәк етәксеһе был талапты (запросты) Роспотребнадзораҙың БР буйынса идаралығына ебәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә яҙылған хатта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак, төбәктәге коронавирусҡа бәйле хәлде анализлап, дөйөм туҡланыу ойошмаларындағы коллективтарҙа COVID-19 менән ауырыу сығанағы теркәлмәгән, тип билдәләне. Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы объекттарына йөрөп коронавирус йоҡтороу тураһында ла мәғлүмәттәр юҡ. Ошоға бәйле, Роспотребнадзор, дөйөм туҡланыу объекттарының санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләүҙәр мөҙҙәтен күсереү тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкин тип иҫәпләй.
Ошо хат нигеҙендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүеф янауға бәйле, юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, вакцинация үтеү тураһында мотлаҡ справка (сертификат) булыу тураһында талап, шул иҫәптән ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш профилендәге объекттарға йөрөгәндә ковидҡа ҡаршы беренсе компонент менән, вакцинация яһатыу ярамағанын күрһәтеүсе йәки COVID-2019-ға ПЦР юлы менән лаборатор тикшеренеүҙәрҙең кире һөҙөмтәһен күрһәтеүсе справка (сертификат) булыу тураһында талап 12 июлдән 26 июлгә тиклем күсерелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙ ябыҡ биналарҙа (50 һәм унан күберәк кеше ултырырлыҡ) эшләүсе матурлыҡ салондарында, косметик һәм СПА-салондар, массаж яһау бүлмәләре, солярийҙар, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, санаторий-курорттар, студенттар ятағында һәм шулай уҡ ҡулланыу автотранспорты менән ҡала-ара пассажирҙар йөрөтөүҙә һәм ҡала яны «Орлан» поезы тураһында бара.
Бынан тыш, Роспотребнадзор тәҡдиме буйынса республиканың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлен эш хаҡын һаҡлап ҡалып ял көнө итергә тәҡдим ителә. Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға эшләмәгән көндө был ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләү мөһим.
Башҡортостанға сит илдән килеүселәр, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килеүселәр ПЦР юсулы менән COVID-19-ға текст һөҙөмтәләрен алғанға тиклем мотлаҡ үҙизоляция режимы (кисектергеһеҙ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү һәм йәшәүгә һәм һаулыҡҡа хәүеф янаған хәлдәрҙән тыш) үтергә тейеш. Әгәр һуңғы 12 ай эсендә коронавирустан прививка яһатҡан йәки һуңғы алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыған булһа, ул саҡта ПЦР-тест уҙғарыу талап ителмәй.
200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын фәҡәт республика оператив штаб ҡарары нигеҙендә генә уҙғарырға мөмкин. Күмәк кеше йөрөгән ерҙә, шул иҫәптән майҙандарҙа, парктар, скверҙар, аллеяларҙа йөрөүҙән тыйылыу мотлаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас