Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
12 Июль 2021, 11:50

Дүрт көн ял итәбеҙ

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә дүрт көн ярыш ял итергә тигән тәҡдимен иҫкә төшөрҙө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға өҫтәлмә ял көнө индереү тәҡдиме булған пункт тураһында иҫкә төшөрҙө.
Радий Хәбиров эш биреүселәргә 19 июлде ял көнө итергә тәҡдим итте. Шулай итеп, республика халҡы шәмбенән шишәмбегә тиклем ял итә аласаҡ. Әммә аныҡ ҡына ҡарарҙы эш биреүселәр үҙҙәре хәл итәсәк. Йәй үтеп тә бара, ә йәй ауыр булды, беҙ хәлде анализланыҡ та коронавирус шарттарында кешеләоргә дүрт көн ярыш ял бирергә уйлайбыҙ, - тине республика етәксеһе.
Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас