

1999-2003 йылғы 11 кеше метанолдан ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға эләккән. Әле ҡайһы берҙәренең хәле уртаса, ҡайһыларыныҡы ауыр тип билдәләнелә.
Был факт буйынса тәфтишселәр РФ Енәйәт кодексынндағы 238-се статьяның 2-се часы «в» пункты (ҡулланыусылар ғүмере хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге талаптарына яуап бирмәгән тауар йәки продукция һатыу маҡсатында уларҙы етештереү, һаҡлау йәки ташыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Киң мәғлүмәт сараларынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 егет һәм 8 ҡыҙ (шуларҙың күбеһе Стәрлетамаҡтан) дуҫтарының өйөндә тыуған көн үткәргән. Байрам уңайынан электән таныш булған Х. Ринаттан 1500 һумға биш литрлыҡ һауытта араҡы һатып алып барғандар. Бынан тыш, студенттар магазиндан джин алған һәм ҡаланан ситтәрәк арендаға алған коттеджға юлланған.
Төндә 20 йәшлек Настяның хәле ҡапыл насарая. Ҡурҡынған ҡыҙҙың күңеле болғанып, ҡулдары татышып, телдән яҙа башлай. Иртән табип саҡырталар. Әле ҡыҙ комала, иптәштәре уның хәле ныҡ ауыр тип уйлай, сөнки ҡыҙҙың бер бөйөрө юҡ икән. Әле йәнә ике ҡыҙ Дарья П. менән Мәҙинә Х. дауаханала ята. Компаниялағы һәр ағзаның ҡанында метанол барлығы асыҡланған. Бына шулай, уйындан – уймаҡ сығарыуы оҙаҡ түгел...
Р.ЗАМАНОВА.