Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
8 Декабрь 2021, 11:41

Республикала яңы баш дәүләт автоинспекторы тәғәйенләнде

Рәсәй Эске эштәр министрлығы бойороғо менән полиция полковнигы Владимир Александрович Севастьянов Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.

Республикала яңы баш дәүләт автоинспекторы тәғәйенләндеРеспубликала яңы баш дәүләт автоинспекторы тәғәйенләнде
Республикала яңы баш дәүләт автоинспекторы тәғәйенләнде

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Владимир Александрович 1980 йылдың 1 мартында Нефтекамала тыуған. 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Шул уҡ йылдың ноябрендә Нефтекама Эске эштәр идаралығы ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеүе дәүләт инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. 2003 йылдың мартынан 2010 йылдың июненә тиклем ҡаланың Юл-патруль хеҙмәте полкында төрлө вазифаларҙа  эшләй.

2010 йылдың июненән Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәте, эҙләү һәм административ практика бүлеген етәкләй. 2013 йылдың декабрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәте полкы командиры вазифаһына тәҡдим ителә. 2018 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас