

Һауа десанты ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итеү ваҡытында казармалары емерелеп ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев космоҡа осорға әҙерләнә. Әлеге ваҡытта ул бының өсөн инглиз телен өйрәнә башлаған.
- “Космосҡа осорға йыйынған йөҙ уникаль кешеләр” халыҡ-ара проект бар. Эльбрусҡа тәүге тапҡыр күтәрелгәндән һуң тап ошо проект вәкилдәре минең менән бәйләнешкә сыҡты. Улар миңә проектта ҡатнашырға саҡырҙы һәм мин әлбиттә ризалаштым. Әлегә ваҡыты билдәһеҙ, әммә әҙерлек башланды. Инглиз телен өйрәнә башланым, сөнки әлегә был телде башланғыс кимәлдә генә беләм, репетиторға йөрөй башланым. Ғөмүмән алғанда, хәҙерге заманда инглиз телен белмәйенсә бер ҡайҙа ла йөрөп булмай, - ти буласаҡ космонавт.
Әлегә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар космосҡа осҡаны юҡ әле. Башҡортостан егете тәүгеләрҙән булыуы ихтимал.