Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
12 Ғинуар 2022, 17:29

"Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм"

Ғайса Янбаев отставкаға киткән. Республиканың Юғары суды уға ҡарата ғәйепләү ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырған. Иҫегеҙгә төрөп үткәндә Күгәрсен районы башлығы Ғайса Янбаев "Тәүәкән" предприятиеһында эшләгән осорҙағы финанс мутлыҡта ғәйепләнеп, шик аҫтына алынғайны. 

"Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм""Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм"
"Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм"

Һүҙ 26 миллион һумға торош булған мутлашыу тураһында бара. 

Был ваҡиғаға бәйле, етәксе үҙ сәхифәһендә яҙма ла ҡалдырған:

"Кисә, 11 ғинуарҙа, республиканың Юғары суды миңә ҡарата ғәйепләү ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Суд ҡарары менән төптө килешмәйем, шуға күрә уға ялыу яҙасаҡмын һәм артабанғы суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәсәкмен. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм уның командаһына ярҙамы һәм аңлауы өсөн ҙур рәхмәт!

Һәм, әлбиттә, һеҙгә – яҡташтарыма, Күгәрсен районы халҡына, ышаныс күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Мин район башлығы вазифаһында эшләгән осорҙа күп яҡшы эш башҡарҙым. Һәр ваҡыт ғәҙел һәм район халҡы мәнфәғәтендә эшләнем. Ниҙелер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләп өлгөрмәнем. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, муниципалитетты артабан үҫтереү буйынса планлаштырылған эштең дауам ителәсәгенә ышанам.

Район хакимиәтендә көслө профессионалдар командаһы эшләй, улар артабан да республика етәкселеге менән ҡуйылған бөтә планды һәм бурысты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Әммә иң мөһиме – тыуған районымда эшһөйәр, изге күңелле һәм яуаплы кешеләр йәшәй һәм эшләй – һеҙ, ҡәҙерле Күгәрсен халҡы!"

Фото: Ғайса Янбаевтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды.

"Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм"
"Суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм"
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас