Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
17 Ғинуар 2022, 06:49

QR-кодты антиесемдәргә ҡарап бирәсәктәр.

Хәҙер QR-кодһыҙ йәмәғәт урындарына инеп китеүе ҡыйын.

QR-кодты антиесемдәргә ҡарап бирәсәктәр.QR-кодты антиесемдәргә ҡарап бирәсәктәр.
QR-кодты антиесемдәргә ҡарап бирәсәктәр.

 Ә арабыҙҙа ауырып та анализы соvid-19 барлығын күрһәтмәгән йәки табипҡа бөтөнләй  мөрәжәғәт итмәгән кешеләр ҙә бар. Антиесемдәре бар ҙа бит, әммә кодһыҙ ҡайҙа инергә?
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова ошондай кешеләргә  QR-код биреләсәге тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп, кем 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң ПЦР-тест биреп, ыңғай һөҙөмтә алған, әммә медицина ярҙамы һорап мөрәжәт итмәгән, уларға антиесемгә анализ тапшырырға тәҡдим итәләр. Күпме булыуына ҡарамаҫтан, антиесеме бар икән, коронавирусты кисереүе тураһында бер йылға сертификат биреләсәк.
Ә кем үҙен ауырыным тип иҫәпләй, шулай уҡ антиесеме бармы икәнен тикшертеп ҡарай ала. Булһа, ярты йылға сертификат ала аласаҡ.
Вице-премьер әйтеүенсә, «медотвод»ы булған кешеләр ҙә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе булған осраҡта йәмәғәт урындарына индерелә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас